Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында «Урал батыр ирмәктәре « фестивале ойошторолдо

«Айыҡ ауыл « конкурсы сиктәрендә үткән сарала урындағы халыҡ , ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре , өлкәндәр һәм кескәйҙәр ҡатнашты. Былтыр ауылдаштар конкурстың муниципаль этабында өсөнсө урын яулаған, быйыл улар республика кимәлендә еңеүгә өмөтләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

Үтәгән ауылы иртә менән шау-гөр килә. Ауылдаштар һәм ҡунаҡтар «Урал батыр ирмәктәре» фестиваленә йыйылып , саф һауала күңел аса. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала һәүәҫкәр артистар концерты , милли ризыҡтар күргәҙмәһе , спорт уйындары һәм ярыштар уҙғарылды .

Былтыр Үтәгәндәр «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, районда өсөнсө урын яулаған. Берҙәмлек, әүҙемлек, сәләмәт тормош девизы менән дәртләнгән ауылдаштар быйыл да конкурстан ситтә ҡалмай республика этабында еңеүгә өмөтләнә.

Быйыл Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының приз фонды 48 миллион һумға тиклем арттырылды. Бәйгенең республика этабында 52 ауыл көс һынашырға әҙерләнә. Төбәктә матур йолаға әүерелгән конкурс эскелек менән көрәшеүҙән тыш, биләмәләрҙе төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Дүрт йылда конкурста ҡатнашыусы ауылдарында яңы 30 балалар һәм спорт майҙансығы, тиҫтәләгән парк һәм йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килгән, урамдар төҙөкләндерелгән, яңы коммуналь техника һатып алынған.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ