Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры репертуары күренекле композитор Салауат Низаметдиновтың ижади мираҫы менән байытылды. Сәхнә әҫәре Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналған. Премьераны тәүгеләрҙән булып БЮТ ижади төркөмө лә ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Композитор Салауат Низаметдинов Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» әҫәре буйынса операны 1996 йылда ижад иткәйне. Ошо уҡ йылда ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенә сығарыла. Һәм ниһәйәт бөгөн сираттағы премьера. Бөтөнләй яңы форматта донъя күрә.
Трагедия сюжеты барыһы өсөн дә таныш. Төп геройҙар Аҡъегет менән Зөбәржәттең мөхәббәте ҡаршылыҡҡа осрай. Улар ғәҙел булмаған ырыу йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәргә буйһонорға тейеш. Сюжет үҙәгендә шәхестең иреклек, рухи азатлыҡҡа ынтылыу идеяһы. Шулай уҡ ауыр яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ образы.
Операны ҡуйыуға яҡынса ярты йыл ваҡыт талап ителгән. Ҡуйыусы режиссеры - Ләйсән Сәфәрғолова булһа, дирижеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Валерий Платонов. Сәхнә әҫәренең бай музыкаль телле булыуы билдәләнде, һәр геройҙың үҙенә генә хас интонацияһы. Дәрүиш ролен генә алайыҡ, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ҡәйепҡоловҡа түбән һәм юғары тауыш менән йырларға тура килде.
Опера өс бүлектән тора. Режиссерҙар сәхнә әҫәренә заманса һулыш биреп, уның эстәлеген һаҡлап ҡала.
Сәхнә әҫәре Мостай Кәрим менән Салауат Низаметдинов ижадын һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Премьерала буш урындар булмауы, билеттарға юғары һорау - халыҡ һөйөүе билдәһе
Операла артистарҙың моңло тауышы ғына түгел, хореографияһы ла хайран ҡалдырҙы. Декорация, кейемдәргә лә айырыуса иғтибар бүленгән. Ай образы - сикләнгәнлекте сағылдырҙы
Сәхнә әҫәре кеше рухының азатлығы тураһында. Мостай Кәримдең әҫәрендә лә, Салауат Ниазметдиновтың операһында ла асыҡ финал булыуға ҡарамаҫтан, уны бәхетле лә, фажиғәле итеп тә тамамларға мөмкин. Һәр кем опера һәм балет театрына килеп, яңыса форматта ҡуйылған ижади эшкә тамаша ҡылып, аҙағын белә ала. 11 февралдә үтәсәк премьераға барлыҡ билеттар ҙа һатылған, шуға афишаны күҙәтеп барығыҙ.
Гөлназ Хәйбуллина



