Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған ғалим Баязит Ғәлимовты һуңғы юлға оҙатты. Баязит Ғәлимов 81 йәшендә арабыҙҙан китте. Уның 60 йылдан ашыу ғүмере Башҡорт дәүләт университеты менән бәйле. 1996 йылда уҡыу йортоноң беренсе проректоры итеп тәғәйенләнә, оҙаҡ йылдар философия кафедраһын етәкләй. Фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы. Ғалим фәлсәфә фәненең милли үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Ул 60-ҡа яҡын фән кандидаты һәм 20-нән ашыу фән докторы әҙерләй.
“Баязит Ғәлимов Башҡортостан фәнен бөтә донъяға танытты”, - ти фәлсәфә фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина.
Баязит Ғәлимов тыуған яғы - Ишембай районы Кинйәбулат ауылында ер ҡуйынына тапшырыла.







