Инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр дәүләт реабилитация үҙәктәрендә ял итә аласаҡ

Беренсе марттан һаулыҡ мөмкинлектәре сикле өлкәндәр реабилитация үтеү өсөн 52 мең һум күләмендә сертификаттар алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр дәүләт реабилитация үҙәктәрендә ял итә аласаҡ. Майҙан был халыҡ ҡатламы өсөн социаль такси эшләй башлаясаҡ. Был яңылыҡтар бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә яңғыраны.

2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан республикала инвлидтарҙы социаль яҡлауға ҡағылышлы ҡануниәтте, норматив-хоҡуҡи системаны камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм булдырылған. Был эшкә барлыҡ дәүләт һәм муниципаль органдары әүҙем тотонорға тейеш, тип билдәләне республика башлығы.

Быйыл Башҡортостан һаңғырау инвалидтар өсөн 9-сы бөтә Рәсәй йәштәр форумын ҡабул итә. Шулай уҡ республикала физик мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса «Туриада-Йүрүҙән 2024» бөтә Рәсәй фестивале уҙасаҡ. «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форум-күргәҙмәһе физик мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылын үткәреүгә йомғаҡ яһаясаҡ.

Быйыл 4 яңы обьект сафҡа инә, Әлшәй районында ҡарттар һәм инвалидтар өсөн «Ҡарлуғас» пансионаты үҙ ишектәрен аса. Баш ҡалала «Салют» реабилитация һәм мәғариф үҙәге төҙөлә, «Именлек үҙәгенең яңы корпусы сафҡа инә, ремонттан һуң мультиүҙәк асыла, унда хеҙмәт баҙарында кәрәкле һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә мөмкинлек буласаҡ, 10 уҡытыу оҫтаханаһы асыла.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ иҫке торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү программаһына йомғаҡ яһалды. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә былтыр 5 мең кеше авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткестәр менән республика Рәсәй төбәктәре араһында 6-сы урынды биләй. 2024 йылда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса эш дауам ителәсәк.

Авария хәлендәге йорттар исемлеге төҙөлдө, Черниковка биҫтәһендә ундайҙар күберәк. Әлбиттә, ҡала үҙәгендә лә иҫке өйҙәр бар. Беҙ биш йыллыҡ федераль программаны 4 йыл эсендә ваҡытынан алда тормошҡа ашырҙыҡ, уға ярашлы сығымдарҙың 90 проценты «Биләмәләрҙе үҫтереү фонды»нан бүленә, ҡалғаны муниципалитет һәм республика ҡаҙнаһынан ҡаплана.

Владислав Сидоркин, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ