Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ике депутат - Яков Кугубаев һәм Алексей Локотченко Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Хәрби хәрәкәттәр зонаһына улар биш кешенән торған төркөм составында юлға сыҡты.

Үҙ ирке менән хәрби сафҡа баҫыусылар медицина һәм квадрокоптерҙар менән идара итеү буйынса уҡыуҙар үткән.

Яков Анатольевич быға тиклем фронтҡа яугирҙарға гуманитар ярҙам илтеүҙә ҡатнашҡан. Был аҙымға ярты йыл алдан әҙерләндем, ти депутат.

Оҙатып ҡалыусылар уларға уҡыусылар яҙған хаттарҙы тапшырҙы. Йәш быуын яҙған йылы һүҙҙәр, изге теләктәрҙе улар шунда уҡ уҡып ишеттерҙе.

Мин беҙҙең хәрбиҙәргә гуманитар ылау илтеүҙә ҡатнаштым. Башҡортостан яугирҙарының батырлығы менән ғорурланам һәм үҙем дә улар менән бергә Ватаныбыҙҙы һаҡларға ҡарар иттем. Китер алдынан йортомдо төҙөкләндерҙем, юридик яҡтан тейешле документтар юлланым. Еңеп ҡайтыуыма шигем юҡ.)

Яков Кугубаев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты

Һүҙ менән генә түгел, илһөйәрлекте эш менән күрһәтергә кәрәк тип һанайым һәм тап шуға ла хәрби бурысты үтәргә барам. Беҙ тик берҙәм булғанда көслөбөҙ.)

Алексей Локотченко, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты

Өфө - Арена һарайы алдындағы майҙандан иһә отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәр йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә китте. Төркөм составында мобилизацияланғандар һәм үҙ ирке менән ҡатнашҡандар ҙа бар. Хәрбиҙәр тыуған яҡтарында ике аҙна ял иткән. Фронтҡа улар кейем- һалым, аҙыҡ- түлек һәм башҡа күстәнәстәр алып бара.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ