Өфөлә билдәле ғалим Баязит Ғәлимов менән хушлаштылар

Тарихҡа ингән дәүер кешеһе. Республиканың ғилми берләшмәһе оло юғалтыу кисерҙе. Өфөлә философия фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Баязит Ғәлимов менән хушлаштылар. Академикты һуңғы юлға оҙатыуҙа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, билдәле фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдың уҡыусылары ҡатнашты. Бар ғүмерен юғары белем биреү, ғилми тикшеренеүҙәргә арнаған шәхес тураһында киләһе яҙма.

Баязит Сабирйән улының исеме Башҡорт дәүләт университетынан айырылғыһыҙ була. Юғары белем биреү, фән өлкәһендә тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, ойоштороу һәм идара итеү һәләте менән вуздың беренсе проректоры дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Фән эшмәкәре ниндәй генә вазифа биләмәһен, һәр ваҡыт кешелеклеге, аҡыллы фекерләүе менән коллективты үҙенә арбаған. Академик менән хушлашҡанда ла уның биографияһы тотош китапҡа торошло булыуы билдәләнде.

Баязит Ғәлимов донъяның ғилми картинаһын ентекле өйрәнгән, был темаға докторлыҡ диссертацияһын яҙыуҙан тыш, тиҫтәләп конференциялар уҙғарған. Ғилми хеҙмәттәре сит телдәргә лә тәржемә ителгән. Бынан тыш, академик етәкселегендә 80-ән ашыу докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Бер нисә йыл элек телевидениеға интервью биргәндә лә ул тормошондағы иң ҙур ҡаҙанышы тип - уҡытыусылыҡ эшен билдәләп үткәйне. Бөгөн остаздың һәләтле уҡыусылары философия мәктәбен үҫтереүҙе дауам итә. Һәр кем Баязит Сабирйән улының көслө рухлы булыуын билдәләй.

Баязит Сабирйән улы башланғысы менән Башҡорт дәүләт университетында ике диссертация советы асыла, кафедра, тотош факультет ойоштороуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Баязит Сабирйән улы Ғәлимов һуңғы йылдарҙа инвалид коляскаһында йөрөүгә ҡарамаҫтан, юғары уҡыу йорто тормошо менән ҡайнап йәшәгән. Хушлашыу минуттарының да тап Өфө фән һәм технологиялар университеты стеналарында үтеүе осраҡлы түгел. Яңы исем йөрөткән вуз тарихында шәхестең исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған. Академик тыуған яғы - Ишембай районы Кинйәбулат ауылында ерләнде

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ