Мәсетле районы Көршәле ауылында йәшәүсе Ләйсән һәм Фидан Сөләймәновтар бер нисә йыл элек дәүләттән аҡсалата ярҙам ала. «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса йәш ғаиләгә йорт төҙөү өсөн бер миллион һумға яҡын аҡсалата сертификат тапшырыла. Улар был суммаға нигеҙ һала, йорт стенаһы күтәрә. Былтыр өй газға тоташтырыла.
Ләйсән менән Фидан Сөләймәновтар Мәсетле районының өлгөлө ғаиләләренең береһе. Улар дүрт балаға ғүмер биргән. Өлкән улдары Ринат әлеге ваҡытта Рәсәй армияһы сафында хәрби хеҙмәтен үтәй. Ҡыҙҙары Эльвина менән Альбина күрше Яңы Мишәр ауылы мәктәбендә уҡый, ә кесе ҡыҙҙары Алинаға ни бары йәш ярым. Ғаилә башлығы урындағы ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе - «Йондоҙ» ойошмаһында механизатор булып эшләһә, ҡатыны һыйыр һауыусы.






