Мәскәү башҡорттары Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы сараларына ҡушыла

Февралдең икенсе яртыһында Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ижади берекмәһенә ҡараған «Уралконцертпроект» төркөмө республиканың һәм күрше Силәбе өлкәһенең тиҫтәләгән төбәгендә сығыш яһай. «Мөхәббәтле ил» тип исемләнгән программаны Луиза менән Арсен Кәримовтар һәм уларҙың ижадташ дуҫтары Ғаилә йылына арнаған. Ижади тур 13 февралдә Шишмәлә башлана һәм 28-дә Асҡарҙа тамамлана. Март аҙағында Мәскәү сәнғәт оҫталары тулыраҡ составта Өфө сәхнәһендә сығыш яһарға йыйына.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ