Санкцияларға ҡарамаҫтан, былтыр Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлауҙы 79 процентҡа арттырған. Төбәктән бөтәһе 338 миллион доллар күләмендә 747 мең тоннанан ашыу тауар оҙатылған. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, экспорт донъяның 44 иленә бара. Республикала 106 экспортлаусы предприятие бар, һәм улар йылдан-йыл арта бара.
Мәҫәлән, «РЕСА» компаниялар төркөмө былтыр Ҡытайға 55 мең тоннанан ашыу арпа, борсаҡ һәм етен һатҡан. Ойошма элеваторҙарынан иген экспорты күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға үҫкән. Башҡортостан агросәнәғәт комплексы предприятиеларының экспорт ҡеүәте ҙур, республика үҙен дә, башҡаларҙы ла туйындара ала. Шуға күрә был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Был ауыл хужалыҡтарының тотороҡлолоғон һәм йылдам үҫешен һаҡларға ярҙам итәсәк, тип яҙған Башҡортостан башлығы.






