«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үткән сарала ауыл халҡы, Ауырғазы, Дәүләкән, Өфө, Ишембай райондары вәкилдәре лә ҡатнашты. Яугилделәр район этабы еңеүселәре. Тиҙҙән район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡтар. Ғаилә һәм спорт байрамы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Ғаилә йылына арналған конкурста ҡатнашыусы ун команда байрамға сағыу итеп биҙәлгән автомашиналарҙа килгән. Татыу, өлгөлө, берҙәм ғаиләләрҙе Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тәбрикләне. Күп бала тәрбиәләп, эштә лә алдынғы ғаиләләргә татыулыҡ һәм ярышта уңыштар теләне
Яугилде ауылынан Гөлнар һәм Рәзил Нәзировтар ғаиләһендә алты бала. Гөлнар Әлтәф ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Ғаилә башлығы ветстанцияла, ә ҡатыны клининг хеҙмәтендә эшләй. Уңған ғаилә күпләп мал аҫрай, балаларын да эшкә өйрәтә. Нәзировтар «Әүҙем ғаилә», ә Сәйетбабанан биш бала тәрбиәләгән Шаһиевтар «Спорт һөйөүсе ғаилә»номинацияһында еңеү яуланы.
«Айыҡ ауыл» сараһында ҡунаҡсыл һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙар милли аш-һыуға маһирлығын күрһәтте. Ошонда уҡ Ғафури районында киң таралған кәсеп - талдан йорт йыһаздары үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Саф һауалағы «Күңелле стартта»рҙа олоһо-кесеһе әүҙем ҡатнашты. Яугилделәрҙең ғаилә һәм спорт байрамын ойоштороу тәжрибәһен күрше райондар ҙа өйрәнде.
Традицион уҡтан атыу буйынса «Табын уҡсылары» асыҡ конкурсы ла төрлө быуын вәкилдәрен йыйҙы. Уғатарҙар конкурсында спортсылар милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. Мәргәнлектә уҙышыуҙа гүзәл заттар ир-егеттәрҙән ҡалышманы.
«Табын уҡсылары» асыҡ турнирында ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе урынды Венера Юлдшбаева, ә ир-егеттәрҙән Фәрит Юлдашбаев яуланы. Ғафури районынан Фәнүр Баязитовтың таһыллығы махсус приз менән баһаланды.Быйыл республикала 52 ауыл «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнаша. Бөтә республика халҡын сәләмәт тормошҡа әйҙәгән Яугилделәрҙең дә был конкурста еңеүгә ышанысы көслө.
Гүэәл Борханова






