Быйыл төбәктә тағы ла 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә

Быйыл «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса республикала тағы ла 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә.

Уларҙың 67-һе ҡалала, 56-һы ауылда урынлашҡан. Барлыҡ проекттарҙы ла былтыр яҙ төбәктә йәшәүселәр үҙҙәре онлайн-тауыш биреү ярҙамында һайлағайны. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

Билдәле булыуынса, быйыл төҙөкләндереләсәк йәмәғәт киңлектәренең бер өлөшө тәүгә үҙгәртеп ҡорола. Әйтәйек, Өфөлә Башҡортостан урмансылары исемендәге паркты күләмле яңырыу көтә. Быға тиклем төҙөкләндерелә башлаған объекттар ҙа бар. Мәҫәлән, Мәләүездә «Дан» мәҙәниәт һәм ял паркында эштәр дауам итәсәк. План буйынса, подрядсылар 1 майға йәмәғәт биләмәләренә эшкә сығырға тейеш. Һуңғы биш йылда «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса Башҡортостанда 683 объект төҙөкләндерелгән, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән 7 миллиард һум аҡсаның 91 проценты федераль ҡаҙнанан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ