Бәйһеҙ һәм морондоҡһоҙ эт йөрөткән өсөн штраф күләме артасаҡ

Республика парламенты ошо турала закон проекты әҙерләй. Бөгөн ул Президиум ултырышында ҡаралып, сираттағы пленар ултырыштың көн тәртибенә индерелде. Быға тиклем закон боҙоусы хужалар 2 мең һумға тиклем штраф түләһә, ҡануниәт үҙ көсөнә инһә аҡсалата яза күләме 4 мең һумға тиклем арттырыла.

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары шулай уҡ ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙе тағы ла өс йылға берҙәм һалымдан азат итергә тәҡдим итә. Был закон ошоға тиклем дә эшләп килде һәм аграр өлкәлә эшләүсе предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итте. Ташлама менән 5 йөҙҙән ашыу ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе файҙаланған.

Федераль ҡануниәткә ярашлы, төбәктәр үҙҙәре ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә һалым күләмен 0 алып 6 процентҡа тиклем билдәләй ала. Башҡортостанда ставка 0 кимәлендә билдәләнде. Экономияланған аҡсаны ауыл хужалығы предриятиелары техника һатып алыуға, әйләнешкә индерергә, йәғни предприятиены артабан да үҫтереүгә тотоноуға бурыслы.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ