Бер йылға яҡын эшләп килгән ойошма маскировка селтәрҙәре, сапер сумкалары, носилкалар тегә, окоп шәмдәре етештерә. Бөтә әйберҙәр ҙә һалдаттарҙың заказдары буйынса эшләнә. Бөгөн штабта ике тиҫтәгә яҡын ирекмән иҫәпләнә, Ишембайҙан тыш, ойошмаға күрше ауылдарҙан да ҡушыла башлағандар. Изге эштә ҡатнашыусылар 3 сменала эшләй. Ҡала хакимиәте улар өсөн бушлай бүлмә лә биргән.
Ирекмәндәр штабында башлыса пенсия йәшендәге гүзәл заттар эшләй. Ойоҡбаш, йылы әйберҙәр, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар туплап, мухсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға бер нисә гуманитар ылау ебәргәндәр. Туҡыма, парафин - бөтә материалдарҙы ла ирекмәндәр пенсия йә хәйриә аҡсаһына һатып ала. Изге эшкә һәр кем ҡушылып, ирекмәндәргә матди ярҙам күрһәтә ала. Аҡсаны 8 (987) 109 - 10 – 92 телефон номеры буйынса СБЕРБАНК картаһына күсерергә мөмкин.






