Яңауыл районында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Яңауыл яугиры» тип исемләнгән тәүге муниципалитет-ара ярыш үтте. Унда республиканың дүрт районынан 10 команда ҡатнашты. Хәрби-ғәмәли эстафетала ҡатнашыусылар автоматты ваҡытҡа йыйып һүтте, ҡаршылыҡтарҙы үтеп, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙә белемдәрен күрһәтте.
Һуғыш яланында алышыу иң ҡатмарлы этаптарҙан. Һәр команда ышыҡ урындарҙан һиҙҙермәй үтеп, пневматик винтовканан дошман һалдаты төшөрөлгән фигуралы сәпкә тейҙерергә тейеш ине. Сара сиктәрендә «Байғужа фестивале» тигән хәрби-патриотик йыр фестивале лә ойошторолдо. Унда Ҡалтасы, Краснокама Тәтешле һәм Борай райондарынан 20 башҡарыусы сығыш яһаны.






