Быраулау ҡоролмалары етештереүсе предприятие баҙарҙа 19 йыл эшләй. Былтыр ойошма дәүләт ярҙамында яңы станоктар һатып алыу мөмкинлеге менән файҙаланып, етештереүҙе арттырыуға ирешкән. Заманса ҡорамалдар ярҙамында завод Көнсығыш Азия илдәренә тауарҙар ебәрә башлаған. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ювелир теүәллеге менән. Һандарҙы техник задание ҡағыҙынан компьютерға күсергәндән һуң, станок үҙ эшенә тотона. Ҡоролманы Альберт Йәнмырҙин күҙәтеп тора. Быға тиклем Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләгән белгес «Бурсервис» заводына алты йыл элек урынлашҡан. Бында ул станоктарҙың эшмәкәрлеген күҙәтә, кәрәк булған осраҡта төҙәтмәләр индерә.
«Бурсервис» заводы газ һәм нефть скважиналарын быраулау ҡоролмалары өсөн изделиелар әҙерләй. Ойошма цехтарында буласаҡ деталдәр алдан эшкәртеү цехын үтеп станоктарға урынлаштырыла. Киләһе циклда тимер өлөшөнә кәрәкле форма бирелә. Унан һуң, йыйыу һәм иретеп йәбештереү цехына оҙатыла.
Санкция баҫымы ла производствоны үҫтерергә ҡамасауламай. Киреһенсә, булышлыҡ итә. Баҙарҙан ҡайһы бер сит ил компаниялары киткәндән һуң, «Бурсервис» продукцияһына һорау арта башлай. Был һайлау кәмегәндән түгел, изделиелар сифатлы булыуҙан тыш, сәнәғәт һынауҙарын да яҡшы үтә.
Импортты алмаштырыу йәһәтенән дә, яҡын кисәкәтә уны 100 процентҡа еткереү бурысы тора. Тимәк, быраулау ҡоролмалары өсөн тик үҙебеҙҙә етештерелгән деталдәр ҡулланыласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова






