Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында ҡайһы кандидаттың ҡасан телевидение һәм радиола сығыш яһауы асыҡланды. Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәр араһында һайлау алды материалдарының эфирҙа сығыу ваҡыты, көнөн билдәләү буйынса йәрәбә уҙғарҙылар. Төбәк телерадиоканалдарында бушлай сығыш яһау мөмкинлеген кандидаттар теркәлгән партия һәм ышаныслы вәкилдәре һайланы. Эфир ваҡытын төбәктең 8 радио һәм телекомпанияһы тәҡдим итә.



