Тәтешле районы Мәмәтәй ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашыуға балалар майҙансығы проектын хуплаған. Объектты мәсет эргәһендә урынлаштырыу ҡаралған. Яҡында ғына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл дә ҡуйылған. Биләмә халыҡ көсө менән һәр ваҡыт тәртиптә тотола, эргәләге шишмә лә төҙөкләндерелгән. Балалар өсөн ял зонаһы ойоштороу - көнүҙәк мәсьәлә булыуын билдәләйҙәр.
Ә бына Еремйәбаш ауылы халҡы республика программаһы буйынса Йәштәр һәм Үҙәк урамдарындағы юлды төҙөкләндерергә йыйына. Проект йыйылыш барышында бер тауыштан хупланған, барлыҡ смета документтары әҙерләнгән, дөйөм алғанда, 1 миллион 700 мең һум талап ителә. Проект талаптарына ярашлы, төбәктән субсидия алыу өсөн сумманың бер өлөшөн халыҡ һәм бағыусылар ҡапларға тейеш, муниципалитеттан да финанс ярҙам күрһәтелә.






