Татьяна Носова тояҡлы хайуандарҙы күнекмәләргә ун йыллап өйрәтә. Әле уның тәрбиәһендә 3 бейә бар. Конкурсҡа ул сығышының видеоһын ебәргән. Онлайн бәйгене донъяның иң оҫта хайуан өйрәтеүселәре баһалаған. Аҡыллы хайуандарҙы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина барып күрҙе.
Аттар бала шикелле. Йылы һүҙ ярата. Татьяна өсөн аттар - йорт хайуандары түгел, ә дуҫтар. Серҙәре, һәр яңылығы менән әхирәттәренән алда улар менән бүлешә. Дрессировкаға өйрәтер өсөн дә, үҙ серҙәре бар. Башта «ат теле»н өйрәнергә кәрәк, ти ул. Шунан ғынауларға бөтә командаларҙы кешесә аңлатып, тыңлатырға мөмкин. Хайуандар тән хәрәкәттәре менән аралаша. Әйтәйек, ҡолағын артҡа ҡайырһа, тимәк уға нимәлер оҡшамай.
Татьяна аттарҙы дрессировкаларға үҙе өйрәнгән. Махсус белеме булмаһа ла, йорт хайуандары менән уртаҡ телде тиҙ таба. Тояҡлы дуҫ тураһында бала саҡтан уҡ хыялланған. Әле ул трюктарҙы Йондоҙ, Йәшмә һәм Вега ҡушаматлы өс бейә һәм эттәр ярҙамында башҡара. Аҙбарҙа пониҙар ҙа бар.
Берәүһе иғтибар ярата, икенсеһе тыныс холоҡло. Татьяна Носова уларҙы күпкә ҡатмарлы булһа ла, эйәрһеҙ күнекмәләргә өйрәткән. Шуғалыр ҙа өйрәтеүсе оҫталығы донъя кимәлендә үк юғары баһаланған. «Хорсменшип» ярышы сиктәрендә Бөйөк Британия судьялары Татьянаны йөҙҙәрсә кеше араһында иң яҡшы ат өйрәтеүсе тип таныған. Лайыҡлы рәүештә.
Рәзилә Ғиниәтуллина






