Радий Хәбиров Рәсәй иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән осрашты. - Бөгөн Сибайҙан Ырымбур өлкәһенә тимер юл төҙөлөшө буйынса һөйләштек. Ул тиҫтәләгән йылдарға республиканың иң ҙур тимер юл инфраструктура проекты булыуы мөмкин. Шулай уҡ "Алға" махсус иҡтисади биләмәһен Өфө районы, Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларына киңәйтеү тураһында килешелде. Инвесторҙар ҡыҙыҡһына, яңы майҙансыҡтар булдырырға тейешбеҙ. Осрашыуҙа Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәре форумын уҙғарыу темаһына ла иғтибар булды, - тип яҙа социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.




