Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта сауҙа өлкәһе эшмәкәрлеге ҡаралды. 2023 йылда күмәртәләп һатыу күрһәткесе 1 триллион 530 миллиард һум булған. Тармаҡта бөтә йүнәлештәрҙә үҫеш күҙәтелә. Мәҫәлән, йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше 21 процентҡа артҡан, сауҙаға инвестициялар күберәк йәлеп ителгән, “Ғәҙел тамға” электрон сифат системаһында теркәлгән эшҡыуарҙар һаны буйынса беҙҙең республика Волга буйы округында алдынғы иҫәпләнә.







