Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө фән һәм технологиялар университеты экскурсиялар ойоштора. Бөгөн һәм иртәгә Асыҡ ишектәр уҙа. Сара барышында уҡыусыларҙы Евразия фәнни-мәғариф үҙегенең студент ҡаласығы лабораториялары, конструктор бюролары, аудиториялары менән таныштыралар. Юғары уҡыу йортонда 150 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләнә.







