“Ғаиләм минең менән ғорурлана. Республиканың даими ярҙамы көс өҫтәй”. “Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән "Әмир" ҡушаматлы яугир беҙҙең телерадиокомпанияға биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе. "Әмир" һөнәре буйынса тимер юлсы.
Әле хәрби берләшмә Луганск халыҡ республикаһында, Красный Лиман йүнәлешендә алыша. ” Рухыбыҙ ныҡ. Еңеү менән ҡайтырбыҙ”, - ти "Әмир".
60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Һирәк һөнәргә эйә булыусылар 65 йәшкә тиклем дә ҡабул ителә. Запаста булыусылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәткә бармаған, әммә юғары һәм урта һөнәри белем алған ир-егеттәр килешеүгә ҡул ҡуя ала. Берҙәм белешмә телефоны: 117. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19. Башҡортостан Хәрби комиссариатының һайлап алыу пункты адресы: Өфө, Революция урамы, 156. Элемтә телефоны: +7 (347) 248-29-31.







