Башҡортостанда дәүләт-ара сәнәғәт кластеры барлыҡҡа килеүе ихтимал

Был хаҡта Радий Хәбиров Мәскәүҙә Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының йомғаҡлау коллегияһынде белдерҙе. Кәңәшмә милли ҡаҙаныштар форумы сиктәрендә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында үтте.

Панель сессияһы барышында Рәсәй төбәктәре етәкселәре һәм илебеҙҙең эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре сығыш яһаны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында, сит ил санкциялары шарттарында ил сәнәғәте тотороҡлолоҡ һәм динамик үҫеш күрһәткестәрен күрһәтә, тип билдәләне. Төбәк башлығы шулай уҡ власть органдары һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәренең үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Һүҙ ҙур вертикаль интеграцияланған компаниялар менән эшсе төркөмдәр, шулай уҡ республика өсөн традицион һаналған «Сәнәғәт һәм Инвестиция сәғәттәре» тематик кәңәшмәләре хаҡында бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 106,5 процентҡа етте. Дөйөм алғанда, һуңғы биш йылда сәнәғәт етештереүе 19,6 процентҡа артҡан. Күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһына республиканың сәнәғәтте үҫтереү фонды ҙур өлөш индерә. Биш йыл эшләү дәүерендә ул дөйөм хаҡы 53 миллиард һумлыҡ 162 индустриаль проектты хуплай. Ә һуңғы дүрт йылда төбәккә инвестицияларҙың дөйөм күләме 40 процентҡа үҫкән. Республиканың уңышлы сәнәғәт сәйәсәте федераль кимәлдә даими билдәләнә. Мәҫәлән, 2020 һәм 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингын етәкләне. Ә 2022 йылда өсөнсө урынды биләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ