Тәтешле районы Яңғыҙнарат ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашып, биләмәлә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итергә планлаштыра. Йыйылышта мобиль комплекс алыу проекты бер тауыштан хупланған. Урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, күсмә ҡулайлама менән файҙаланыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.
Ә бына Федоровка районының Разин ауыл советына ҡараған Һәйет ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында тәүгә генә ҡатнашмай. Былтыр конкурста еңеү һөҙөмтәһендә мәҙәниәт йортоноң түбәһе ремонтланған, элекке төкәтмә һүтелеп, яңыһы һалынған, солан эшләнгән. Сираттағы бәйгегә ебәреләсәк проект та клубта төҙөкләндереүҙе дауам итеүгә бәйле, бинаға эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре талап ителә. Билдәле булыуынса, мәҙәниәт йортонда «Хазина» фольклор коллективы, «Тамсылар» балалар театр түңәрәге уңышлы эшләй. Йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә.






