Башҡортостанда «Ҡарағайҙар « экологик турбазаһы асылды

Ул Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан. Мегаполистан алыҫ түгел урында ғаилә менән ял итеү, туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Эко турбаза 5 февралдә асылған. Ул үҙ ишектәрен асыу менән бында 200-гә яҡын кеше ял итеп өлгөргән. Cаф һауала, ҡарағайҙар араһында урынлашҡан уңайлы йорттар ғаилә менән ял көндәрен үткәреү өсөн тәғәйенләнә.

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк башлығы Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан «Ҡарағайҙар» экологик турбазаһына айырым иғтибар бүлде. Республика етәксеһе үҙенең бәйләнештә сайтында хәбәр итеүенсә, был турбаза бөтә ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлы һәм матур урын, шулай уҡ туристик өлкәлә лә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең яҡшы өлгөһө буласаҡ тип белдерҙе. Экотурбаза эшҡыуар Балы Алтын проекты буйынса дәүләт ярҙамы менән төҙөлгән. Был программа буйынса төбәк эшҡыуарҙары 850 миллион дәүләт ярҙамы аласаҡ, улар 2023-2024 йылдарҙа туристарҙы урынлаштырыу өсөн яңы урындар булдырыуға йүнәлтеләсәк. Төбәктә туристик объекттарҙы үҫтереүгә бөтәһе 1,5 миллиард һум бүленгән, инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 3,6 миллиард һум тәшкил иткән.

Эшҡыуар 46 сутый ерҙе 12 йылға ҡуртымға алған, былтыр августа экотурбаза проектын республика инвестиция сәғәтендә яҡлаған. Туризмды үҫтереүгә дәүләттән 7 миллион һум күләмендә ярҙам алған. Ял итеүселәр уңайлығы өсөн кафе, «А-фрейм» стилендә 7 ҡунаҡ өйө ҡорған. Бында ял итеүсе ғаиләләргә башҡорт, татар, рус, төрөк милли аҙыҡтары тәҡдим ителә. Үҙенсәлекле мәҙәни мөхит аша Рәсәй төбәктәренән тыш, Ер шарының төрлө ҡитғаларынан ял итеүселәрҙе күпләп йәлеп итеү күҙаллана.

Туризм өлкәһендә өс йыл эшләйем. Йорттар ай элек төҙөлөп бөтөп файҙаланыуға тапшырылды. Хозур тәбиғәт ҡосағында ғаиләләр менән ял итергә килеүселәрҙең күплеге ҡыуаныслы. Беҙҙә беренсе тапҡыр ял итеүселәр, бында көс алып ҡатҡандан һуң, яңынан беҙгә килергә ынтыла.

Анастасия Котова, «Ҡарағайҙар» экологик турбаза администраторы

Башҡортостанда туризм йылдам үҫешә. Республика Волга буйы федераль округында туристар ағымы буйынса өсөнсө, Рәсәйҙә 13-сө урында.Төбәктә туризмды үҫтереү буйынса эштәр артабан дауам итәсәк. «Ҡарағайҙар» эко турбазаһында ваҡиғалы туризм, ғаилә туризмын үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр бар. Саф һауала әүҙем спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү, физик күнекмәләр эшләү өсөн дә бында шартар булдырыған. Скандинав таяҡтарында хәрәкәтләнергә теләүселәргә сәләмәтлек һуҡмағы маршруттары, саңғы спорты менән шөғөлләнеүселәргә лә иркен, яҡты, уңайлы трассалар һуҙылған.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ