Өфө фән һәм технологиялар университетында асыҡ ишектәр көнө үтте

Мәктәп һәм колледж уҡыусылары авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультеты эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Факультетта белем алыусы студенттар эре корпорациялар, предприятиялар менән килешеү төҙөп, сит илдәрҙә стажировка үтеү, юғары стипендия алыу, уҡыу барышында эшкә урынлашыу мөмкинлегенә эйә.

Асыҡ ишектәр көнөнә килеүсе уҡыусылар авиация двигателдәре музейында булды, төрлө самолеттар төҙөлөшө менән яҡындан танышты. Шулай уҡ «Боинг 737» авиатренажерында үҙҙәрен ысын пилот булараҡ һынап ҡараны. Факультет менән яҡыныраҡ 14-се февралдән 16-һына тиклем танышырға мөмкин.

Һамар, Ҡазан ҡалаларындағы юғарыу уҡыу йорттары менән таныштым. Барыһы ла оҡшаны, әммә шулай ҙа уҡырға Өфөгә килергә теләйем. Уҡыу барышында уҡ эре компанияларға эшкә урынлашырға, тәжрибә тупларға, эш хаҡы алырға була тинеләр, был мөмкинлек мине ҡыҙыҡһындыра.

Федор Иванников, 10-сы синыф уҡыусыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ