Өфөлә төрлө дини конфессиялар, милли-мәҙәни ойошмалар вәкилдәре ҡатнашлығында осрашыу үтте

Өфөлә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Рәсәйҙә традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен тормошҡа ашырыу буйынса ваҡытлыса эшсе төркөм ултырышы үтте.

Төрлө дини конфессиялар, милли-мәҙәни ойошмалар вәкилдәре ҡатнашлығында уҙғарылған осрашыуҙа 2024 йылға саралар планы билдәләнде. Халыҡтар берҙәмлеген, милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, илһөйәр быуын тәрбиәләү - комиссия эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр тип билдәләнде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ