Республикала инвалидтарҙы стажировкалау программаһы 2017 йылдан тормошҡа ашырыла

Социаль программа эшләй башлағандан бирле унда мөмкинлеге сикләнгән 600 кеше ҡатнашҡан. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың социаль һәм эш интеграцияһы программаһын тормошҡа ашырыуға быйыл 13,5 миллион һум аҡса бүленгән.

Был былтырғыға ҡарағанда 5,4 тапҡырға күберәк. Программа буйынса эш биреүселәр мөмкинлеге сикләгән стажерға эш хаҡының бер өлөшөн түләй һәм эшкә өйрәнеп киткәнсе ул остазға беркетелә. Дәүләт финанс ярҙам күрһәткән осраҡта стажировка 4 айға тиклем дауам итеүе мөмкин. Был программа һаулығы буйынса ҡыйынлыҡтар кисергән инвалидтарҙы, һөнәр үҙләштергәс, эшкә йәлеп итеү маҡсатын ҡуя.

Мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса беҙҙә өс белгес стажировка үтә. Уларҙың өсөһөнә лә остаз беркетелгән. Программа мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға хеҙмәт баҙарында социаль әүҙемлеген арттырыу, ә эш биреүселәргә кадрҙар ҡытлығын ыңғай хәл итеү мөмкинлеге бирә.

Ратмир Ғөбәйҙуллин, «Здравница Зауралья» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры

Былтыр мәшғүллек үҙәктәре аша мөмкинлеге сикләнгән 130 кеше стажировка үткән. Стажерҙарҙың 73 проценты эш урынында ҡалған. Программа инвалидтарға квалификация һәм тәжрибә арттырыуҙан тыш, үҙ көсөнә ышаныс тыуҙырырға ла ярҙам итә. Мөмкинлеге сикләнгән стажер һәм уның остазына минималь эш хаҡы күләмендә түләүҙәр бюджетта булмаған фондтарҙың страховка иғәнәләре иҫәбенә артҡан. Былтыр субсидия күләме айына 24,3 мең һум тәшкил итһә, әле ул 28,8 мең һум. Быйыл стажировка программаһында мөмкинлеге сикләнгән 250 кеше ҡатнаша ала.

Стажировка үтер алдынан миңә документтар менән эшләү үҙенсәлектәрен ныҡлап аңлаттылар. Документтарҙы тегеп, архивҡа ебәрәм. Был эш миңә оҡшай.

Гөлдәр Мостафина, «Здравница Зауралья» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә стажировка үтеүсе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ