Милли әҙәбиәт музейы фонды Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург һәм публицист Азат Абдуллиндың көндәлектәре, ҡулъяҙмалары, китаптары, афишалары, фотоһүрәттәре менән тулыланды. Учреждение хеҙмәткәрҙәре ҡиммәтле экспонаттарҙы алыр өсөн Мәскәүгә барып ҡайтҡан, әҙиптең ҡатыны менән осрашып, хәтирәләре менән уртаҡлашҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Азат Хаммат улы Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған. Ижади эшмәкәрлеген 1963 йылда «Онотма мине, ҡояш!» пьесаһынан башлай. Ул СССР-ҙың күп кенә театрҙары тарафынан сәхнәләштерелә. «Ун өсөнсө председатель» әҫәре сит илдәрҙә лә киң таныла. Азат Абдуллин Совет мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә, әҙәбиәт өлкәһендә республиканың юғары исеменә лайыҡ була. Әҙип былтыр ноябрҙә 93 йәшендә вафат булды.



