Башҡортостандың дәүләт академия симфоник оркестры ижади дуҫлыҡ туры ойоштора

«Дуҫлыҡ күпере: Артур Нәзиуллин менән Ҡаҙаҡквартет». Башҡортостандың дәүләт академия симфоник оркестры ижади дуҫлыҡ туры ойоштора. Ҡаҙағстандың Ғәзизә Жубанова исемендәге дәүләт ҡыллы квартеты Башҡортостандың халыҡ артисы, кларнетист Артур Нәзиуллин менән берлектә камера музыкаһы тәҡдим итәсәк. Быйыл Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеге халыҡ-ара форумы алдынан уҙғарылған гастроль туры күрше Татарстан, Удмуртия, Пермь крайында ла ойошторола. Баш ҡалабыҙ халҡы данлыҡлы квартет сығышын 27 феврадә күрә ала.

Программала классик музыка шедеврҙары, ҡаҙаҡ халҡының ижади хазиналарын да ишетергә мөмкин буласаҡ. Концерттың уникаль өлөшө -Дмитрий Крюков яҙған «Боронғо Урал легендалары» исемле әҫәр буласаҡ. Шулай итеп Дәүләт академия симфоник оркестры баш дирижеры үҙен композитор булараҡ та һынап ҡараясаҡ.

Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ