Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле өлкәндәр реабилитация үтеү өсөн социаль ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә

Марттан һаулыҡ мөмкинлектәре сикле өлкәндәр реабилитация үтеү өсөн 52 мең һум күләмендә сертификат алыу мөмкинлегенә эйә. Социаль ярҙам 2-се һәм 3-сө төркөм инвалидтарына тәғәйенләнгән. Бының өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 90 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән, йылына 1800 ашыу кеше был хеҙмәт менән файҙаланыр тип күҙаллана. Сертификат менән шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатаншыусылар ҡуллана ала. Хеҙмәтте алыу өсөн халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Сертификатта уны тормошҡа ашырырға мөмкин хеҙмәттәр исемлеге билдәләнгән. Массаж йә психология консультацияһы, дауалау физкультураһы һәм башҡалар, сертификатты ял йә дарыу алыу өсөн ҡулланып булмай. Уны юллағас, 2 ай эсендә файҙаланырға кәрәк.

Айгөл Комарова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүлек етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ