Президент армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыу хаҡында законға ҡул ҡуйҙы. Һүҙ илдең именлегенә ҡаршы енәйәт эшмәкәрлеген финанслау өсөн файҙаланылған йәки тәғәйенләнгән аҡса тураһында бара. Бынан тыш, хәҙер суд ҡарары менән бындай эштәр өсөн почетлы исемдәрҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерергә саҡырыу, нацизмды реабилитациялау һәм Рәсәй ҡатнашмаған ойошмалар, йәки сит ил дәүләт органдары ҡарарҙарының үтәлешенә булышлыҡ итеү ҙә ҡанун боҙоу тип ҡабул ителә.







