“Башҡортостан яугирҙәре ҡыйыу һәм берҙәм”. Александр Доставалов исемендәге батальон взводы командиры, өлкән лейтенант “Дим” ошо турала белдерҙе. “Ир-егеттәребеҙ махсус операцияла сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә”, - тине ул.
Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенә даими ярҙам оҙата. “Республиканың хәстәрлеген, яҡташтарыбыҙҙың иғтибарын тойоу беҙгә көс-ҡеүәт өҫтәй. Илебеҙҙең башҡа төбәктәренән булған яугирҙәр беҙгә аптырап ҡарай, хатта көнләшп тә ҡуя”, - ти Дим.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Һирәк һөнәргә эйә булыусылар 65 йәшкә тиклем дә ҡабул ителә. Запастағылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәткә бармаған, әммә юғары һәм урта һөнәри белемле ир-егеттәр килешеү төҙөргә хоҡуҡлы. Берҙәм белешмә телефоны: 117.







