RAEX агентлығы айырым фәндәрҙе уҡытыу буйынса исемлек әҙерләгән. Өфө дәүләт нефть-техник университеты 8 йүнәлештә алдынғы тип күрһәтелә. Өфө фән һәм технологиялар университеты “авиация һәм ракета-йыһан техникаһы”, шулай уҡ “география” өлкәләрендә билдәләнгән. Медицина һәм аграр университеттар ҙа үҙ йүнәлештәрендә юғары баһа алған. Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә ингән юғары уҡыу йорттары федераль программалар ҙа әүҙем ҡатнаша һәм илдә лайыҡлы урын алып тора, тип белдерәләр Республика Хөкүмәтенән.







