Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сит илгә яғыулыҡ-энергетика, химия сәнәғәте тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм сеймал оҙатылған. Өфө һәм Анкара фармацевтика, машиналар төҙөү, мәғлүмәт технологиялары, ауыл хужалығы, туризм өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй.







