Башҡортостанда мал зыяраттары юҡ ителә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ветеринарияға бәйле законға үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы, республикала яңы мал зыяраттары булдырыу тыйыла. Бындай ҡарар кешеләр һәм малдар араһында йоғошло ҡурҡыныс ауырыуҙар таралыуын иҫкәртеү өсөн ҡабул ителә. Ғәмәлдәге мал зыяраттарын 2030 йылға тиклем ҡулланыу рөхсәт ителә, элеккеләрен юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Әле республикала 900-гә яҡын мал зыяраты иҫәпләнә. Улар нығытылған биотермик соҡор ҡоролмаларын хәтерләтә. 

Фото №1 - Башҡортостанда мал зыяраттары юҡ ителә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ