Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған төндә иң түбән һауа температураһы Ҡыйғы районы Йосоп ауылында теркәлгән - биләмәлә термометр бағаналары 40 градусҡаса түбәнәйгән. Өфөлә 26 градус һыуыҡ булған. Көндөҙ 18 градус тирәһе. Һауа торошо ҡырҡа үҙгәреүгә бәйле, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе һыуыҡта һаҡ булырға саҡырҙы. Социаль селтәрҙәрендәге яҙмаһын ул Аҡ йорт тәҙрәһенән таң пейзажы фотоһүрәте менән байытҡан.






