Иглин районынан 13 ауыл биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнаша

Быйыл Иглин районынан 13 ауыл биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнаша. Йыйылыштарҙа хупланған проекттарҙың күп өлөшө юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.

Был эштәр район үҙәгенән тыш, Заветы Ильича, Асҡаныш, Ключевская, Оло Тәләк һәм Аҡбирҙе ауылдарында планлаштырылған. Иглин һәм Ләмәҙ ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр балалар баҡсаһы проекты өсөн тауыш бирһә, Устюговка халҡы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск ҡуйыу яҡлы. Шулай уҡ республика программаһы буйынса Загорск ауылында зыярат ҡоймаһын яңыртыу ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ