Өфө районында туристар өсөн яңы объект барлыҡҡа килгән

Глэмпинг Ушаков ауылынан йыраҡ түгел күл буйында урынлашҡан. «Глэмпинг Шелтер» проектын шәхси эшҡыуар Эмилия Выдрина тормошҡа ашырған. Былтыр ул район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, матди ярҙам алған. Муниципаль конкурс сиктәрендә эшҡыуар ҡоролмалар һатып алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтара алған. Ә «Туристик инфраструктураны үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә ул тағы ла бер нисә ағас йорт төҙөүгә субсидия йәлеп иткән.

Был проект яңы башланып ҡына тора. Күләмле маҡсаттарҙы тормошҡа ашыраһы ине. «Инвестиция сәғәте»ндә сығыш яһап, проектымды яҡларға пландар ҡорам. Ял мөйөшөн ҙурайтып, ҡунаҡ урындарын арттырыу бурысын ҡуйҙыҡ.

Эмилия Выдрина, проект авторы, шәхси эшҡыуар

Бер йорт 6 ял итеүсегә иҫәпләнгән. Үҙенсәлекле стилле бина скандинав архитектураһына нигеҙләнеп төҙөлгән. Панорамалы тәҙрәне асырға мөмкин. Ял биләмәһендә чан, ит ҡыҙҙырыу урыны бар. Тағы ла 5 йорт, мунса һәм спа комплексы йыл аҙағына тиклем төҙөлөргә тейеш.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ