Өс йөҙ йыл элек нигеҙ һалынған фәнни үҙаллылыҡ бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Ватаныбыҙ бөгөн дә фән һәм технологиялар суверенитеты, импортҡа алмаш табыу йүнәлешендә көрәшә. Һәм был көрәштә ғилми йәмғиәттең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн фән өлкәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Быйыл илдә фәндәр академияһы барлыҡҡа килеүгә лә өс йөҙ йыл. Ғалимдарҙы республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.
Кескәй генә икмәк киҫәге лә фәндең ҙур бер ҡаҙанышы. Уға ашнаҡсының күңел йылыһы ғына түгел, ә ғалимдарҙың тынғыһыҙ хеҙмәте, йылдар дауамындағы тикшеренеүҙәр һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ тәжрибәләр һалынған. Беҙҙең өсөн ябай он ризығы, әммә ғалимдар ғына уға фән күҙлегенән ҡарай.
Ә был тимер киҫәге инде кешене һауаға күтәрә. Өфө ғалимдары самолет двигателдәре өсөн уникаль ҡалаҡтар уйлап сығарған. Ул аналогтарынан күпкә еңелерәк һәм нығыраҡ та.
Рәсәй фәндәр академияһының үтә һығылмалы металдар проблемаһы институты тотош донъяла тиңе юҡ материалдар етештерә. Ғалимдар 26 патент алыуға өлгәшкән. Асыштар күҙгә күренмәй, әммә тап улар ярҙамында беҙ хәрәкәт итәбеҙ, осабыҙ, дауаланабыҙ.
Химия, биология, ботаника, генетика, физика. Ниндәй генә тармаҡты алма, нигеҙендә ғалимдар хеҙмәте ята. Тик фән генә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала. Радий Хәбиров та ғалимдар алдында амбициоз бурыстар ҡуя. Яңы асыштар, эҙләнеүҙәр өсөн республикала яңы шарттар булдырыла.
Иҫ киткес алға китеш булһа ла, өс йөҙ йыл мөҙҙәт түгел, ти ғалимдар. Сөнки фән ул яҙылып бөтөлмәҫ китап. Һәр ҡаҙаныш та яңы биттәр аса. Тимәк өҫтәлдәге икмәк тә тағы ла тәмлерәк буласаҡ.
Айнур Кәбиров






