Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Ҡытайҙарса яңы йыл ҡаршы алды

10 февралдә Ҡытай халҡы Яңы йылды ҡаршы ала. Байрам 15 көн дауам итә. Ошо осорҙа халыҡ ял итә, туғандары менән аралаша. Ҡытайҙарса яңы йылды Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары ла ҡаршы алды. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм шәрҡиәт тарихы кафедраһы уҡыусылары байрам символы - ағас аждаһа, милли кейемдәр һәм яңы йыл атрибуттарын әҙерләгән. Сарала баш ҡаланың ҡытай телен өйрәнеүсе мәктәп уҡыусылары ла сығыш яһаны.

Ҡытайҙа яңы йыл - яҙҙы ҡаршылау байрамы. Мәктәптә 5 йылдан ашыу ҡытай теле менән бер рәттән халыҡтың мәҙәниәтен, йәшәү рәүешен дә өйрәнәбеҙ. Яңы йыл ғаилә байрамы, өҫтәлгә билмән әҙерләйҙәр, йортто таҙарталар. Киләсәктә тәржемәсе булып эшләргә, Ҡытайҙы күрергә хыялланам.

Кристина Айҙарова, Өфөнөң 71-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы

Байрамда Ҡытай телендә йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биреүселәр өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгән.

Сарала юғары уҡыу йортонда белем алыусы ҡытай студенттары тыуған телендә йыр башҡарҙы.

Быға тиклем факультетта инглиз теле өйрәнелһә, хәҙер көнсығышҡа ҡараш, мөнәсәбәттәр үҙгәреү сәбәпле, ҡытай теле тәрән өйрәнелә. Телде белгән студенттың киләсәге лә ҙур - ул юғары вазифаларҙа ла эшләй ала, сөнки тел менән бер рәттән халыҡтың фәлсәфәһен дә өйрәнәбеҙ, шунһыҙ ниндәйҙер сауҙа, иҡтисад бәйләнештәрен булдырыу мөмкин түгел.

Шамил Батыршин, Өфө дәүләт нефть техник университетының шәрҡиәтселек мәктәбе өлкән уҡытыусыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ