Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында биш пансионат асыла. Бының өсөн 43 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Республикала 22 район һәм ҡалала буш торған социаль ойошмалар исемлеге әҙерләнгән. Килешеү буйынса инвесторға ер һәм бина түләүһеҙ тапшырыла. Шәхси ҡарттар йорттарында 130-ҙан ашыу урын барлыҡҡа киләсәк.







