Быйыл һайлау 15, 16 һәм 17 мартта уҙғарыла. Күп һайлау участкалары белем усаҡтарында урынлашҡан. Ошоға бәйле йома балаларҙың уҡырға бармауы ихтимал. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов шулай тип белдерҙе.
Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында 14 мартта мәктәп биналарында тикшереү була. Һайлау участкаларына ингән урында металл эҙләгестәр ҡуйыла.







