Һаҡмар һыуһаҡлағысы капиталь төҙөкләндерелә

Бының өсөн 234 миллион һум бүленә. Эштәр федераль һәм республика  ҡаҙналарынан финанслана. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ремонт  тиҙҙән башланырға тейеш,  эште  2026 йыл аҙағына тамамлау маҡсаты ҡуйыла. Һаҡмар һыуһаҡлағысы  Баймаҡ районында урынлашҡан.  Ул ҡоролоҡ  ваҡытында  эргә-тирәләге  райондарҙы  һыу  менән тәьмин итеү өсөн төҙөлгән. Быйыл шулай уҡ Йомағужа һыуһаҡлағысында ремонт башлау планлаштырыла. 

Фото №1 - Һаҡмар һыуһаҡлағысы капиталь төҙөкләндерелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ