Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейында Михаил Сёмин иҫтәлегенә күргәҙмә асылды

Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейында яҡташыбыҙ, ҡотопсо Михаил Сёмин иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозицияла башлыса уның фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре, әйтәйек, аккордеоны урын алған. Михаил Сёмин иҫтәлегенә күргәҙмә беренсе тапҡыр уның ике туған ҡустыһы Владимир Сёмин ярҙамында ойошторолған.

Михаил Сёмин Өфө районы Нижегородка ауылында тыуған. 1957 йылда адмирал Степан Макаров исемендәге Ленинград юғары инженер диңгеҙ училищеһын тамамлай. «Ленин» атом боҙватҡысының тәүге экипажы составында хеҙмәт итә. Мурманск ҡалаһында вафат була һәм шунда ерләнә.

Ҡыҙғанысҡа, экспонаттар әллә ни күп түгел. Ни тиһәң дә, уның вафат булыуына ғына 30 йыл. Нимәһе мине аптыратты - ул да булһа уның дипломдары. Улар барыһы ла ҡыҙыл. Йәғни, ағайым мәктәпте лә, училищены ла тик «биш»ле билдәһенә генә тамамлаған. Был минең өсөн ғорурлыҡ.

Владимир Сёмин, Михаил Сёминдың ике туған ҡустыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ