«Россильбер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт нефть-газ һәм металлургия тармаҡтары, машиналар эшләү, сәнәғәт, юл төҙөлөшө өлкәһе өсөн төрлө продукция етештерә. Завод тулы ҡеүәтенә йәйгә эшләй башлаясаҡ, уның ике етештереү линияһының технологик асышы менән республика башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Беспрозванных танышты.
Был бәләкәй заводта сәғәтенә 60 кг күләмендә коррозияға ҡаршы порошок етештерелә. Нефть һәм газ тармағы тарафында ҡулланылған продукт производствола һыналғас, ҙур күләмдә етештерелә башлай.
«Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә яңы предприятие эш башланы. Ике етештереү линияһында нефть һәм газ тармағында ҙур диаметрлы торбалар өсөн индустриаль буяуҙар һәм металлургия сәнәғәте өсөн индустриаль майлау материалдары етештерелә.
«Россильбер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт нефть-газ һәм металлургия тармаҡтары, машиналар эшләү, сәнәғәт, юл төҙөлөшө өлкәһе өсөн төрлө продукция тәҡдим итә. Әлеге ваҡытта предприятие эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше - импортты алмаштырыу һәм әлегә донъяла булмаған һәм был тармаҡтарҙа талап ителгәнен уникаль продукттар сығарыу. Заводтың техник асышында республика башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей БЕСПРОЗВАННЫХ ҡатнашты.
Төп завод Белоретта урынлашҡан. Заказдар менән ҡатмарлыҡтар юҡ, көнбайыш компаниялары киткәндән һуң Башҡортостан предприятиеһы илдә үҙ эшен дауам итә алған берҙән-бер етештереүсе булып ҡала, ҙур корпорациялар өсөн төп тәьмин итеүсе булып китә.
Лилиә Мәҡсүтова



