«Ярҙам поезы» һуңғы туҡталыш - Өфө ҡалаһына килеп туҡтаны

Быға тиклем республиканың 15 районында ойошторолған акция махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Акцияла ҡатнашыусылар бер майҙанға йыйылған төрлө ведомство белгестәренә борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Үҙен ул хәрби ҡушаматы менән таныштырмай. Тыныс ерҙә бының кәрәге юҡ. Илдус Ураҙаҡов махсус хәрби операция биләмәһендә «Ватан» батальоны составында хеҙмәт иткән. Контракт буйынса йәш сиге етеү сәбәпле, тыуған ергә демобилизациялана. Үҙ ирке менән Ватан һағына ҡушылған яугир әле ғаиләһе янында. Сараға пенсия түләүҙәрен юллау мәсьәләһе менән килгән.

Илназ Собханғолов та - махсус хәрби операция хеҙмәтен үткән яугир. Ул Чечня хәрби хәрәкәттәре ветераны ла. Былтыр бер нисә тапҡыр контузия алып, ҡулын йәрәхәтләй. Һөйәгендә һаман да ярсыҡ ҡыҫылып тора. Һалдатҡа операция талап ителә.

«Ярҙам поезы» белгестәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар үҙҙәре генә түгел, уларҙың ата-әсәләре, тормош иптәштәре, балалары мөрәжәғәт итә. Хәрби бәрелештә яҡынын юғалтҡандар ҙа юҡ түгел. Шуға ла психологик ярҙам һорап килеүселәр ҙа бар. Ер алыу, һалым түләү, утын яҙҙырыу - ғөмүмән, һорауҙар төрлө.

Меңдәрсә мөрәжәғәт, шунса хәл ителгән мәсьәлә. Бер нисә айҙа «Ярҙам поезы» бөтә республиканы тиерлек урап сыҡҡан.

Өфө - «Ярҙам поезының» һуңғы туҡталышы. Әммә, ойоштороусылар әйтеүенсә, консультация саралары артабан да дауам итәсәк. Тик башҡараҡ форматта.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ