Башҡортостан сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә: Волга буйы федераль округында 2-се һәм Рәсәйҙә 7-се урын. 2023 йылда 3,3 миллиондан ашыу «квадрат» метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.
Республикала әле 124 төҙөүсе дөйөм майҙаны 2,5 миллион квадрат метрҙан ашыу 290 күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөй. Бөгөн Өфөлә төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында уҙған йыл һөҙөмтәләре барланды һәм 2024 йылға өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде. Раҫланған проекттарҙы арттырыу, күләмле инвестиция проекттарын камиллаштырыу һәм «ҡулланыусылар экстремизмы» проблемаһын хәл итеү юлдары ҡаралды.






