Бөгөн илдә Президент һайлауҙары алдынан халыҡҡа мәғлүмәт биреү башланды

Участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусыларҙың адрестары буйынса йөрөй һәм мөһим кампанияла ҡатнашырға саҡыра. Обходсылар мобиль ҡушымта ҡуллана, тауыш биреү ысулдары тураһында һөйләй. Һайлау участкаһына бара алмаусыларҙың өйҙә тауыш биреү теләген теркәй. Өфө районы Михайловка ауылында ике мең тирәһе һайлаусы иҫәпләнә. Уларҙың өйҙәренә участка комиссияһы рәйесе килеп мәғлүмәт бирҙе.

Участка һайлау комиссияларының бөтә вәкилдәре лә үҙҙәре менән танытма, жилет кейә, һайлау кампанияһы логотибы менән сумка, телефон йәки планшет алып йөрөй. Һәр һайлаусы обходсынан паспортын күрһәтеүен һорарға хоҡуҡлы. Һайлаусыларҙың өйҙәренә барып мәғлүмәт биреү 7 мартҡа тиклем дауам итә. Президент һайлауҙары 15, 16 һәм 17 мартта үтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ