Баймаҡ районынан фермер Ғиззәт Ямантаев мал ҡышлатыу серҙәре менән уртаҡлашты

Мал ҡышлатыу - яуаплы осор. Баймаҡ районынан Ғиззәт Ямантаев етәкләгән фермер хужалығына оҙон ҡыш та, сатлама һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел. Әлеге мәлдә төп иғтибар - малдарҙы көр, юғалтыуһыҙ сығарыу өсөн йүнәлтелгән. Теманың дауамы киләһе репортажда.

Хужалыҡ эшсәндәре етәрлек кимәлдә сифатлы мал аҙығы запасы туплаған, ферма ҡураларын төҙөкләндереп, йылытҡан. Был тармаҡта 10-сы йыл үҫемселек һәм малсылыҡ эшен берҙәй алып барған фермер Ғиззәт Ямантаевтың эштәре көйлө. Ҡышҡы осорҙа малдарҙы яҡшы ҡарау, дөрөҫ һәм ваҡытында ашатыу уларҙың төп маҡсаты.

Әле һыйырҙарҙың әүҙем быҙаулау мәле. Хужалыҡта 80 башҡа яҡын эре мөгөҙлө мал аҫрала, шуларҙың 50-һе һауын һыйыры. Көндәлек һауым бер һыйырҙан 8 литр тәшкил итә. Һөттө кәметмәү маҡсатында өҫтәлмә аҙыҡ, витаминдар бирелә.

Һыйырҙарҙы имен-һау ҡышлатыу, үрсем алыу, һауымды кәметмәү ‐ һәр хужалыҡтың төп бурысы. Бының өсөн малсылар һәм һауынсылар бар көсөн һала. Йыл да етерлек һалам-бесән, фураж әҙерләгәнгәс Ямантаев фермер хужалығының малдары ҡышлатыу осорон йыл да имен сыға.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ